Инцидент
9 Декабря 2019, 09:00

Башҡортостан – алдынғылар иҫәбендә

Республикабыҙ “Инцидент менеджмент” системаһында эшләү буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә.

Республикабыҙ “Инцидент менеджмент” системаһында эшләү буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ошо турала белдерҙе.
“Инцидент менеджмент” – бөтә ил биләмәһендә эшләгән автоматлаштырылған мониторинг системаһы ул. Уның эшмәкәрлеген Рәсәй Президенты Хакимиәте көйләй. Башҡортостанда ул 2018 йылдың октябренән ғәмәлгә индерелгән. Система проблемалы мәсьәләләрҙе асыҡлап, профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға йәки муниципалитеттарға ебәрә. Күп кешеләргә ҡағылған мөрәжәғәттәргә ул “инцидент” статусын бирә.
Быйыл 1 ғинуарҙан 75 меңдән ашыу “инцидент” теркәлгән һәм эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге юлдарҙың торошона, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспортының эшенә, экологияға, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағыла. Иң киҫкен темалар республика Башлығы үткәргән тематик кәңәшмәләрҙә тикшерелә.
Әлеге кәңәшмәлә “Инцидент менеджмент” системаһында биләмәләрҙең эшләү рейтингы билдәләнгән. 11 ай йомғаҡтары буйынса алдынғылар иҫәбенә Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, Благовещен, Мәләүез, Туймазы, Иглин, Өфө райондары, шулай уҡ баш ҡаланың Октябрь районы инә. Бер генә муниципалитет та “ҡыҙыл зона”ға эләкмәгән. Был урындарҙа эштең юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында һөйләй.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас