Инцидент
12 Декабрь 2019, 13:45

24 йыл көткән шатлыҡ

"24 йыл буйы етәкселәр вәғәҙә биреүҙән ары китмәне. Газ үткәргескә ни бары 50 метр ара ҡалғайны. Балаларыбыҙ һалҡын йорттарҙа үҫте".

Ауырғазы районының Уҫман ауылына 1992 йылда тәбиғи газ үткәрелә. Әммә яңы барлыҡҡа килгән Йәштәр урамына ул барып етмәй. Ошо хаҡта бында йәшәүселәр "Инцидент" системаһына хат менән мөрәжәғәт иткәйне.
"24 йыл буйы етәкселәр вәғәҙә биреүҙән ары китмәне. Газ үткәргескә ни бары 50 метр ара ҡалғайны. Балаларыбыҙ һалҡын йорттарҙа үҫте. Күбебеҙ район үҙәгенә йөрөп эшләй, ҡайһы бер ғаиләләрҙә ирҙәр Себергә китте. Эштән ҡайтыу менән мейес тоҡандыра башлайбыҙ", – тип яҙғайны улар.
Ошо көндәрҙә ауыл халҡы исеменән Минира Бикәнәсованан хат килде. "Шәп яңылығым бар! Ниһайәт, үҙебеҙҙең "Йәштәр" урамына газ керетеүгә өлгәштек! Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы "Газ Сервис" йәмғиәтенә, Ауырғазы районы хакимиәте,Төрөмбәт ауылы биләмәһе башлыҡтарына ҙур рәхмәт!" – тип яҙған ул.
Читайте нас