Инцидент
17 Декабря 2019, 14:15

“Ремонттан һуң юл ҡот осҡос хәлгә инде...”

“Был урамдарҙа башлыса өлкәндәр йәшәй. Яҙлы-көҙлө юлдарҙан йөрөрлөк түгел, ашығыс ярҙам, янғын һүндереү машиналары ла үтеп инә алмай".

Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылынан Кристина Садиҡова. Ул ауылдың Балсыҡлы һәм Башҡорт урамдарындағы юлдың насарлығына зарлана.
“Был урамдарҙа башлыса өлкәндәр йәшәй. Яҙлы-көҙлө юлдарҙан йөрөрлөк түгел, ашығыс ярҙам, янғын һүндереү машиналары ла үтеп инә алмай. Күптән түгел Башҡорт урамындағы юлды төҙөкләндерҙеләр, тик ремонттан һуң ул ҡот осҡос хәлгә инде”, – тип яҙа Кристина. Мөрәжәғәтте “Инцидент” системаһы теркәне.
Һорауға район хакимиәтенең рәсми вәкиле Миләүшә Риянова яуап бирҙе: “Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылындағы Башҡорт урамы юлы, ысынлап та, ремонтҡа мохтаж. Быйыл унда ауыл биләмәһе аҡсаһы иҫәбенә ҡырсын түшәү күҙаллана ине. Подряд ойошмаһы 5 ноябрҙә эшкә тотондо, ләкин һауа шарттарына бәйле ремонтты туҡтатырға мәжбүр булды. Юлды төҙөкләндереүгә планлаштырылған аҡса 2020 йылда үҙләштереләсәк, подряд ойошмаһы менән килешеү бар. Балсыҡлы урамындағы юлға 2018 йылда ҡырсынташ түшәлде. Был урамдарҙағы юлдарҙан ноябрь аҙағында ғына грейдер үтте, уларҙа ҡарҙы даими таҙарталар, – тине ул. – Яҡтыртҡыстарға килгәндә, Иҫке Ҡороста 70-тән ашыу лампа бар, шул иҫәптән Балсыҡлы урамында – өсәү, Башҡорт урамында иһә – һигеҙ. Быйыл ауылда 11 лампа ҡуйылды. “Урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялау” программаһында киләһе йылда ла ҡатнашырға ниәтләйбеҙ”.
Читайте нас