Ялыуҙы “Инцидент” системаһы теркәне һәм Кушнаренко районы хакимиәтенә ебәрҙе. Һорауға район хакимиәтендәге мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Альбина Сайранова яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, урамдағы яҡтылыҡ бағаналарында лампалар ноябрь башында уҡ алмаштырылған, был йәһәттән эш ауылда әле лә дауам итә.