Бөрө районының Березовка ауылы кешеһе Башҡортостан Башлығына төбәк проблемалары тураһында хәбәр иткән. Дмитрий Грошевтың аңлатыуынса, ул янғын һүндереүсе булып эшләгән ҡайныһы исеменән яҙырға мәжбүр булған, сөнки бәләкәй хеҙмәт хаҡы алған ирҙең интернеттан файҙаланырға мөмкинлеге юҡ.
Ауыл халҡы автобус йөрөмәүенә зарлана. “Бөрө менән Кушнаренко араһында автобус хәрәкәте туҡтатылды. Ауылдан трассаға тиклемге ара – биш саҡрым. Халыҡ юлһыҙлыҡтан ныҡ йонсой. Бында бер ниндәй ҙә эш юҡ. Өфөгә йәки Бөрөгә барып етеү - оло проблема. Баш ҡаланан ни бары 100 километрҙа урынлашыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙе Алыҫ Себерҙә йәшәгәндәй тоябыҙ”, - тип яҙа Грошев.
Бынан алты йыл элек спирт заводы ябылған. Әммә башҡа ҡалаларға барыу өсөн мөмкинлек юҡ Тағы ла бер мәсьәлә уларҙы борсой. Биләмәнән юғары баҫымлы ер аҫты газ үткәргесе үтә.
”Юл булмағанлыҡтан, газовиктар "КамАЗ"дарҙа көтөүлектәр буйлап йөрөй. Газ еҫе бөтә ауылға тарала, йәйен йәшелсәләр һәләк була, баҫыуҙар йырғысланып бөтә, ауыл эсендәге юл эшлектән сыға”, - тип һөйләй автор. Ә газ приборҙарын хеҙмәтләндереү олоғара проблемаға әүерелгән. Халыҡҡа приборҙарҙы тикшертеү өсөн Өфөгә илтергә кәрәк, сөнки газовиктарҙың был эштәрҙе башҡарырға лицензияһы юҡ. Был ауылда йәшәгән халыҡҡа түҙемлек теләргә генә ҡала.