Инцидент
14 Января 2020, 19:45

"Балалар даими тонсоға, ауырый", ти атай кеше

Беҙҙә мәсьәлә килеп тыуҙы – һаулыҡҡа зыянлы матдәләр сығарған етештереү буйынса нефть эшкәртеүсе цех асырға теләйҙәр.

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Рәмил Хәмиҙуллин республика Башлығына урында нефть эшкәртеүсе цех асыуға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт итте.
“Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы! Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылына килегеҙ. Беҙҙә шундай мәсьәлә килеп тыуҙы – һаулыҡҡа зыянлы матдәләр бүлеп сығарған нефть эшкәртеү цехы асырға теләйҙәр. Цех ауыл эргәһендә урынлашҡан, унан газлы төтөн килә, халыҡ, балалар даими тонсоға, ауырый”, – тип яҙа автор.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров хатҡа былай тип яуап бирҙе:
“Рәмил, хәйерле көн! Былтыр декабрҙә Шайморатов ауыл биләмәһендә Силәбе өлкәһендә теркәлгән “Альфа-ойл” йәмғиәте хасил булды. Документ буйынса уның төп эшмәкәрлеге ҡаты, шыйыҡ һәм газ төрөндәге яғыулыҡты күмәртәләп һатыу. Әммә, халыҡтан насар еҫтәр сығыуы тураһында ялыу килә башлағас, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте предприятиеның етәксеһен саҡырып, ашығыс ултырыш үткәрҙе. Документтарҙы тикшереү барышында тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһаған объект дәүләт иҫәбенә ҡуйылмағанлығы, бинаның ере теркәлмәгәнлеге, янғын хәүефһеҙлеге саралары күрелмәгәнлеге асыҡланды. Асыҡланған факттарға бәйле предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында килешеү ҡабул ителде. 2020 йылдың ғинуарынан бина ябыҡ, эшмәкәрлек алып барылмай. Һорау күҙәтеү аҫтында”.
Шулай итеп, шаймораттарҙың мәсьәләһе халыҡ файҙаһына хәл ителгән.
Автор фотоһы.
Читайте нас