Мәғлүм булыуынса, 2016 йылда Ауырғазы районының Талбазы ауылында автовокзал ябыла.
Хәҙер урындағы халыҡ башҡа ерҙәргә осраҡлы транспортта йөрөргә мәжбүр. Илдус Рәшитов ошо хаҡта республика етәксеһенә яҙа.
"Район үҙәгендә 12 мең самаһы кеше йәшәй. Йәштәр өсөн эш юҡ. Улар аҡса артынан ҡалаға йә Себергә китергә мәжбүр. Хатта СССР тарҡалғандан һуң да "Автостанция" эшләүен дауам итте. Бында һәр саҡ ҙур автобустар инде, республикалағы һәм күрше өлкәләрҙәге ҡалаларға еңел генә барырға мөмкин ине. Беҙҙең Талбазы оло юлға яҡын урынлашҡан бит", – тип яҙа Илдус Рәшитов.
Ауырғазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 14 ғинуарҙа "Башавтотранс" йәмғиәте вәкилдәре һәм Талбазы автовокзалы хужаһы ҡатнашлығында кәңәшмә үткән.
"Автовокзалды февралдә асыу планлаштырыла. Әле бинаның эсендә эштәр тамамланыу өҫтөндә, буфет, бәҙрәф ипкә килтерелә”, – тип яуап биргән Ауырғазы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Юрий Николаев.