Инцидент
3 Марта 2020, 18:30

Яҡтыртҡыс өсөн кем яуаплы?

Ленин районы хакимиәтенән килгән яуапҡа ҡарағанда, стадионды яҡтыртыу юлға һалынған. Һеҙҙең барығыҙҙы ла спорт менән шөғөлләнергә саҡыралар!

Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәүселәр Башҡортостан Башлығына үтенес менән социаль селтәр аша мөрәжәғәт иткән. Улар Затон биҫтәһенең “Водник” стадионында урамдарҙың яҡтыртылмауына дәғүә белдергән. ”Стадион биләмәлә берәү генә. Кисен яҡтылыҡ булмағас, кешеләр унда шөғөлләнә алмай. Урындағы хакимиәткә урамдарҙы яҡтыртыуҙа ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ!” - тип Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иткәндәр.
Халыҡтың үтенесе ғәҙел дә, дөрөҫ тә кеүек, тик һәр яҡтыртҡыс, сүп өйөмө өсөн республика етәксеһенән ярҙам һорау урынлымы икән? Һәр райондың, һәр объекттың яуаплы кешеләре, хужалары барында, бәлки, тәүҙә уларға дәғүәне белдерергә кәрәк булғандыр. Ленин районы хакимиәтенән килгән яуапҡа ҡарағанда, стадионды яҡтыртыу юлға һалынған, һеҙҙең барығыҙҙы ла спорт менән шөғөлләнергә саҡыралар!
Фото:ЯндексКарты.
Читайте нас