Республикала “Инцидент менеджмент” системаһы граждандарҙың йылылыҡ өсөн түләү күләменә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрен байтаҡ теркәне. Халыҡ хаҡтың саманан тыш ҡиммәт булыуына зарлана.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская, “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылылыҡ өсөн ҡуйған хаҡтың (60 миллион һумдан ашыуҙың) 1/6 өлөшө, йәғни яҡынса 11 миллион һумы, ҡайтанан иҫәпләнергә тейеш, тип белдерҙе.
“Ҡулланыусыларҙан хаҡ арттырып түләтелгән. Был турала рәсми мәғлүмәт бар. Халыҡ аҡсаның яңынан иҫәпләнеүе, иҫәп-хисаптарҙа хата булыуы хаҡында белергә хоҡуҡлы”, – тине ул Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә.
“БашРТС” йәмғиәте директорының һатыу буйынса урынбаҫары, “Теплосбыт” филиалы директоры Ирина Попова әйтеүенсә, әле хаҡты ҡайтанан иҫәпләүгә бәйле ҡулланыусыларҙан мөрәжәғәттәр бик күп.
“Идарасы компанияларға һәм Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә халыҡ араһында аңлатыу эше ойошторорға кәрәк. Йылылыҡ өсөн ҡуйылған хаҡҡа төҙәтмә индерелә. Уның бер нисә айға бүленеүенә айырым иғтибар биреү зарур”, – тине ул.
Кәңәшмәлә йылылыҡ хаҡы арттырып түләтелгән йорттар исемлеген төҙөргә ҡарар ителде. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов аҙна һайын башҡарылған эш тураһында хәбәр итергә, һәр йорт, һәр фатир буйынса отчет тоторға ҡушты.