Инцидент
16 Марта 2020, 16:00

Ҡасан бөтөр был соҡор?

"Халыҡты тыңларға кәрәк – был беҙҙең эштең төп йүнәлеше".

Халыҡ юлдар торошо менән ныҡ ҡәнәғәт түгел. Айырыуса яҙғы осорҙа был кире тойғо бермә-бер арта.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәлә ҡаралды. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская “Инцидент менеджмент”ҡа килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны. 20 февралдән алып 15 мартҡа системала юл сифаты буйынса 119 мөрәжәғәт теркәлгән.
Мөрәжәғәттәр буйынса беренсе урын баш ҡалала. Иң проблемалылар – Өфөлә Пугачев һәм Дағстан урамдары, Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы.
Бар объекттар буйынса ла ҡарарҙар әҙер. Мәҫәлән, көндәр йылытыу менән Пугачев урамындағы юлдың өҫкө ҡатламы ремонты башланасаҡ. Дағстан урамын капиталь ремонтлау йәйгә планлаштырылған. Шулай уҡ быйыл Стәрлетамаҡтағы күперҙе лә йүнәтергә йыйыналар.
Радий Хәбиров быйылғы ҡыштың юлдар өсөн айырыуса ауыр булыуын билдәләне. Шулай уҡ ул бөтә булған соҡорҙарҙы һанлаштырырға һәм 15 июнгә тиклем бөтөрөргә ҡушты.
– Дағстан һәм Пугачев урамдары тураһында гел һөйләйбеҙ, – тине етәксе. – Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Кешеләр был юлдарҙа машиналарын емермәһен. Халыҡты тыңларға кәрәк – был беҙҙең эштең төп йүнәлеше.
Фото: gibdd102.ru
Читайте нас