Мөрәжәғәт итеүсе ҡаланың Цюрупа менән Ленин урамдары киҫелешендәге канализация ҡоҙоғоноң асыҡ булыуын билдәләгән. “Ҡапҡасһыҙ ҡоҙоҡ бик тәрән, эсендә һыу күп, ул Ағиҙелгә ағып төшә. Балалар өсөн хәүефләнәбеҙ. Зинһар, ҡоҙоҡто ябығыҙ! Урындағы хакимиәттән сара күреүҙе һорайбыҙ”, – тип яҙа ул.