“Инцидент-менеджмент” системаһында Благовещен районының Новонадеждино ауылындағы балалар баҡсаһына бәйле мөрәжәғәт теркәлә.
“Балалар баҡсаһы буйынса, һеҙ, моғайын, иғтибар иткәнһегеҙҙер, беҙҙең өлкән төркөмдә иҙәндә линолеум юҡ, иҙән буялған фанера менән генә ҡапланған. Линолеумды былтыр августа уҡ түшәргә тейештәр ине. Тик был эшләнмәне. Беҙҙең ауылдарҙа йәшәгән балалар ҙа яҡшы шарттарҙа балалар баҡсаһына йөрөргә лайыҡлы бит. Олег Евгеньевич, сара күрегеҙ әле”, – тип яҙҙы Екатерина Лисова исемле әсәй.
Был ҡатындың мөрәжәғәте апрель айында килә. Райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге тәүҙә 28 апрелдә подряд ойошмаһының балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмөндә линолеум һалыуын хәбәр итә. Тик был япма әҙерәк ятып тигеҙләнергә тейеш булғанлыҡтан, эште шул уҡ көндө тамамламайҙар. Һәм бына 20 майға барлыҡ эштәр еренә еткерелеп ҡуя. Өлкән төркөмдә линолеум һалына, балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн йөйҙәрен һәм тоташҡан урындарын ныҡлап йәбештергәндәр, төркөмдөң периметры буйынса плинтус ҡағып сыҡҡандар.
Хәҙер балаларҙы яңыртылған күркәм һәм уңайлы төркөм көтә.