Асҡын районы Ҡашҡа ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҙур шатлыҡ кисерә: ниһайәт, күптән көтөлгән ваҡиға тантана итте: ауыл урамдарына газ торбалары һуҙылып, йорттар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды.
Бында газ үткәреү кәрәклеге ауыл сходында күтәреп сығыла, мәсьәлә шулай уҡ “Инцидент-менеджент” системаһына ебәрелә. Әйткәндәй, был эш 2000 йылда уҡ башланған, әммә шул осорҙан бурыстың ни бары 28 проценты атҡарылған була.
Бөгөн иһә ауылдың бөтә урамдарына ла газ торбалары һуҙылған. Урындағы социаль объекттар ҙа “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылыу мөмкинлегенә эйә. Райондың газ хеҙмәтенә барлығы 43 ғариза тапшырылған, шуларҙың 18-нә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, дәүләт ярҙамы менән файҙаланыуға сертификаттар бирелгән.
- “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә һәм подряд ойошмаларына эште тиҙ һәм сифатлы башҡарып сыҡҡандары өсөн Ҡашҡа ауылы халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ был проектты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөштәрен индергән барыһына ла ҙур рәхмәт, - ти Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин.