Инцидент
2 Июнь 2020, 09:07

Донъя баҙарында сиктәр юҡ

Бөгөнгө ауыр шарттарҙа ла экспорт йүнәлеше үҫешә.

Башҡортостан – илебеҙҙең экспорт йүнәлешендә иң әүҙем эшләгән төбәктәренең береһе. Әммә карантин шарттарында был тырышлыҡ ҙур ҡаршылыҡҡа осрай: күп кенә дәүләттәр үҙ сиктәрен япты һәм, хеҙмәттәшлекте үҫтереү генә түгел, ситкә тауар ташыу ҙа хәҙер проблема булып тора. Нисек көн күрә бөгөн донъя баҙарындағы урынын юғалтмаҫҡа ынтылған предприятиелар?



Ташыу юлдары ҡатмарлаша


– Йөк автомашиналарына һәм йөк поездарына был сикләүҙәр ҡағылмай, – ти “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетеның матбуғат хеҙмәтенең ошо һорауына яуап биреп. – Әлбиттә, был коронавирустың ташыу каналдарына кире йоғонто яһа­мағанлығын аңлатмай. Экспор­терҙар иҫәпкә алырға бурыслы ҡайһы бер әһәмиәтле үҙенсә­лектәр бар. Мәҫәлән, пандемия шарттарында автомобиль транспорты ташыуҙағы иң хәүефле алым булып тора. Бында йөк машиналарын сик аша үткәреүҙә проблемалар ҙа булырға мөмкин, шоферҙар ҙа, Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡас, 14 көнлөк карантин талаптарына эләгә.

Авиация транспорты менән дә хәл еңел түгел. Компаниялар йыш ҡына үҙ тауарын пассажир самолеттарының йөк бүлексә­һендә оҙата ине, ләкин уларҙың осошо 27 марттан алып ваҡыт­лыса туҡтатылды. Йөк һәм почта авиарейстары ғына тороп ҡалды, әммә уларҙың тарифы һәм теҙмәһе даими үҙгәреп тора. Хаҡты ташыусы бронь мәленә ҡарата билдәләй, һәм ул оҙаҡ һаҡлана алмай.
Тимер юл транспортында иһә әллә ни ҡатмарлылыҡ тыумай. Тауарҙы алып барып еткереү ике аҙна самаһы ваҡытты ала, шуға күрә йөктө һаҡлау ҡыйынлыҡ­тарға осрамай. Фәҡәт контейнер­ҙарға ҡытлыҡ ҡына тыумаһын.
– Был диңгеҙ транспортына ла ҡағыла, порттар ябылыр тип уйламайбыҙ, суднолар йөрө­шөндә тотҡарлыҡ күҙәтелмәй, – ти Вероника Никишина. – Тик бына ваҡыт мәсьәләһе генә ҡатмарлыраҡ – беҙҙең мәғлү­мәттәргә ҡарағанда, ташыуға заказды бер ай һәм унан да күберәккә алдан бирергә тура килә. Шуға күрә беҙ экс­портерҙарға, хәүеф ихтимал­лығын кәметеү өсөн килешеү­ҙәрҙә алып барып еткереү ваҡытын да ҡарарға, ә логистика йәһәтенән диңгеҙ һәм тимер юл транспорттарына йөҙ тоторға кәңәш итәбеҙ. Әгәр ҙә һүҙ бәләкәй партиялар тураһында бара икән, “Рәсәй почтаһы” йәки башҡа экспресс-ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланыу яҡшыраҡ.


Тәүәккәллекте дәүләт ҡурсалай


“Рәсәй экспорт үҙәге” акцио­нерҙар йәмғиәте экспортерҙарға, дәүләт операторы булараҡ, ниндәй ярҙам күрһәтә?

Йәмғиәт етәкселеге раҫла­уынса, ойошма үҙ йөкләмә­ләренән баш тартырға йыйынмай. Был финанс ярҙамына ла, һәр төрлө субсидияларға ла ҡағыла. Хатта ҡайһы бер мөмкинлектәр көрсөк шарттарында яйлыраҡ та була бара икән. Мәҫәлән, ЭКСАР тигән страховкалау алымы коммерция предприятиеларының экспорт килешеүендә ҡаралған сығым­дарҙың 90 процентына тиклемен ҡаплай ала. Килешеү төҙөр өсөн осрашыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау буйынса ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Ул шунан ғибәрәт: экспортер менән килешеү төҙөлгән, әммә һатып алыусының тауар килтерелгән мәлгә аҡсаһы юҡ, был осраҡта “Росэксим банк” сит ил һатып алыусыларына йәки уларҙың банктарына тура кредит бирә ала. Йә булмаһа, сит ил һатып алыусыһына түләүҙе кисектереп тороу форсаты бирелә, ә ЭКСАР был тәүәккәллекте страховкалай.
Нисек кенә булмаһын, экспор­терға банк менән кредит ки­лешеүе төҙөү зарурлығы тыумай. Тимәк, кредит йөкләмәләре лә барлыҡҡа килмәй.


Бер командала эшләгәс


– “Рәсәй экспорт үҙәге” барлыҡ экспортерҙарҙы ла яҡлау, ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя, – ти Вероника Никишина. – Шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын, улар – бөгөнгө көрсөк шарттарында иң ҙур зыян күреүсе. Беҙ был йәһәттән “Внешэкономбанк” менән бер ҡатарҙан эш итәбеҙ, ул да көрсөктөң иҡтисади эҙемтәләренә ҡаршы әүҙем көрәшә.
Ҡыҫҡаһы, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың гарантияланған кредиттарын ҡаплау өсөн 100 миллиард һум йүнәлтелә. Был кредит ноль процент менән алты айға саҡлы һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү өсөн бирелә. “Внешэкономбанк” кредиттарға поручитель булып тора, Иҡтисади үҫеш министр­лығы процент ставкаһына субсидия бирә, Үҙәк банк рефинанслау менән шөғөлләнә. Күрене­үенсә, бер командала эш итәбеҙ.
Бер юлы төбәктәрҙә лә экспортерҙарға ярҙам итеү буйынса саралар күрелә. Улар электән бара тиһәң дә була, ҡайһы бер субъекттарҙа, коронавирус таралыу арҡаһында тыуған ауыр шарттарға ҡарамай, иҡтисадҡа ярҙам итеү буйынса тәүге сираттағы саралар планы эшкә ҡушылған. Улар тышҡы сауҙаға ла ҡағыла. Ғөмүмән, Рәсәйҙә экспорт хәрәкәтенең берҙәм системаһы эшләй. Пандемия шарттарында экспортер­ҙар өсөн оператив штаб ойош­торолған, ул эшҡыуарҙар өсөн онлайн-консультациялар алып бара һәм тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдимдәр әҙерләй.


Ярты донъя өйҙә ултырғанда...


Пандемия осоро эшҡыуарлыҡ ҡатламы өсөн байтаҡ ҡына өҫтәмә юридиҡ ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырҙы. Мәҫәлән, хәрәкәт сик­ләнеү сәбәпле, экспорт киле­шеүенә әҙерлек тә тотҡарлана. Экспортерҙар хатта килешеү төҙөү өсөн бер урында йыйыла ла алмай. Ә почта һәм курьер хеҙмәттәрендә тотҡарлыҡтар йыш тыуа, был документтар әйләнешен һүлпәнәйтә. Хәҙер килешеүҙең дистанциялы алымын ҡуллана башланылар. Тик шулай ҙа һорау асыҡ ҡала: коронавирус таралыуға бәйле тотҡарлыҡтар арҡаһында киле­шеүҙәге йөкләмәләрен ваҡы­тында үтәй алмаһа, экспортер ни эшләргә тейеш?


Сикләүҙәр төп ҡамасаулыҡ түгел дә бит


Белгестәр раҫлауынса, сикләү саралары үҙҙәре генә иҡтисадҡа кире йоғонто яһай алмай. Экс­порт­тың үҫешенә, нигеҙҙә, донъя иҡтисадының һәм сауҙаның глобаль һүлпәнәйеүе ҡамасаулай, ә ул төрлө дәүләттәрҙең ниндәй сикләүҙәр ҡабул итеүенә бәйле түгел. Рәсәйҙә битлектәрҙе сит илгә һатыуҙы тыйһалар, мәҫәлән, был тауарҙы илдең эске баҙарына йүнәлтергә була бит.
Күп илдәр, киреһенсә, үҙ баҙарын киңерәк асты. Ҡайһы бер тауарҙарға кинәт барлыҡҡа килгән мохтажлыҡ проблемаһын хәл итеү өсөн улар таможня пошлинаһын да кәметә йәки бөтөнләй юҡҡа сығара. Вероника Никишина әйтеүенсә, донъяның күпселек илдәрендә күптән түгел ҡабул ителгән сауҙаны көйләү саралары беҙҙең экспортерҙар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Был осраҡта “Рәсәй экспорт үҙәге”нең бурысы – теге йәки был илдәге тауар ихтыяжын даими күҙәтеп барыу, сауҙа вәкиллектәре менән бәйләнештә булыу. Бер юлы донъя баҙарында мохтажлыҡ ҙур булған Рәсәй тауарҙары исемлеген күҙ уңынан ысҡындыр­маҫҡа кәрәк.


Яуаплылыҡ кәметелә


Һуңғы осорҙа валюта киле­менең һум менән айырмаһы буйынса отчет бирмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡану­ниәт тарафынан йомшартылды. Был экспортерҙарҙың эшмә­кәрлек шарттарын еңеләйтеү өсөн эшләнде. Ошо эшмәкәр­лектәге ҙур булмаған хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф та бөтө­рөлгән. Шул уҡ тәртип боҙоуҙа ҡабаттан тотолһа ғына, эшҡы­уар­ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙға­тыуҙары ихтимал.
Валюта контроленең талаптары шундай: экспортер валюта килемен теүәл һәм тулыһынса күрһәтергә тейеш. Дәүләт был сумманы тулыһынса һәм ваҡытында алыуҙы күҙәтә. Ошо талап экспортерҙы контрагентҡа буйһондора, ә бөгөнгө шарттарҙа был экспортер өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра – ул алдағы хәлде планлаштыра алмай, шуға күрә апрель аҙағында был контролде йомшартҡан ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде.


“Форсаж” – тиҙ өйрәтеүсе алым


Башҡортостанда экспортҡа йүнәлеш тотҡан предприятие­ларҙа акселерация белеме программалары буйынса уҡытыу ойошторола. “Экспорт форсажы” тип аталған был курстар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Ошо турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова менән Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбенең маркетинг буйынса директоры Артур Лященконың осрашыуында һөйләшеп килешелде.
– Ике яҡ шулай уҡ Башҡорт­останда экспорт йүнәлешендәге предприятиелар өсөн башҡа уҡытыу курсы үткәреү мөмкинле­ген дә тикшерҙе, – ти дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
“Экспорт форсажы” буйынса уҡыу бушлай. Башҡортостан ошо программа буйынса уҡытыу ойошторолған алты “пилот төбәге” исемлегенә индерелгән.
Читайте нас