“Инцидент-менеджмент” системаһына Асҡын районынан Ализа Алексеева мөрәжәғәт итеп, ҡойоно ремонтлауҙарын һораған.
“Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылындағы Ялан урамында ҡойо емерек хәлдә тора. Был өләсәйемдең һәм ауылдағы башҡа күп кенә кешенең берҙән-бер һыу алыу урыны.
Ҡойо 1970 йылда төҙөлгән. 2011 йылда уның ҡайһы бер урындары ремонтланды, әле яртылаш емерелеп тора. Ҡойоно ремонтларғә, яңыртырға кәрәк. Зинһар өсөн, сара күрегеҙ”, – тип ҡатын республика Башлығына мөрәжәғәт иткән.
Асҡын район хакимиәте башлығы Ришат Дихин хәбәр итеүенсә, мәсьәлә хәл ителгән: 13 июлдә ҡойоно тимер рәшәткәләр менән кәртәләгәндәр. Шулай уҡ унда торған арҡанды тимер тросҡа алыштырғандар.