Инцидент
29 Июля 2020, 16:30

Торбаларҙың тәүлек әйләнәһенә шаулауынан йоҡлап булмай...

Өфө ҡалаһының Шәфиев урамының 24/1 һанлы йортонда йәшәүселәр фатирҙарҙа батареялар шаулауына зарлана.

Өфө ҡалаһы Шәфиев урамының 24/1 һанлы йортонда йәшәгәндәр фатирҙарҙа батареялар шаулауына зарлана.
“Беҙ 50-се Торлаҡ-эксплуатациялау контораһына ҡарайбыҙ. Был проблема менән мөрәжәғәт иткәс, башта слесарь килде һәм “Бер нисек тә ярҙам итә алмайым, торбалар подвалдан килә, шуға шаулай”, – тине. Роспотребнадзорға өндәштем, был ойошма вәкилдәре килеп көндөҙ һәм төнөн тикшереү үткәрҙе, һөҙөмтәлә батареяларҙан килгән шаулау ҡәҙимге норманан артмай тигән һығымтаға килделәр”, – тип яҙа Октябрьский районы хакимиәтенең Инстаграмдағы сәхифәһенә Эльвира исемле ҡатын.
Роспотребнадзор вәкилдәре үлсәменә ҡарамаҫтан, торбалар тәүлек әйләнәһенә үтә ныҡ шаулай, Эльвира тамам аптырап Российская 41/3 адресы буйынса инженерҙарға мәжбүр итә, әммә был юлы килеп эштең айышына төшөнөргә ашыҡмайҙар.
Өфө ҡалаһы Октябрьский районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 июль көнө ике виброставка ҡуйылған, был фатирға ҡараған йылытыу үҙәгендә вентилдәр алмаштырылған.
“Әгәр ҙә торбаларҙа йәнә шаулау ишетһәгеҙ, Октябрьский районының Торлаҡ-хужалыҡ идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ”, – тиелә яуапта һәм кәрәкле телефон номеры күрһәтелә.
Читайте нас