Инцидент
11 Августа 2020, 11:30

Торбалар шаулауына ҡолаҡ тондо

Фатир хужалары хатта Роспотребнадзорға шылтыратҡан

Республика етәкселегенә Башҡортостан халҡының һорауҙары күп, өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә төрлө мәсьәләләр буйынса йыш мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Шәфиев урамы, 24/1 адресы буйынса йәшәүселәр (улар 50-се торлаҡ-эксплуатация участкаһына ҡарай) фатирҙарында йылытыу батареяларының ныҡ геүләүенә 2020 йылдың 11 февралендә зарланған.
– Башта был хаҡта ЖЭУ-ға әйттек, – ти Эльвира. – Хәл-торошто ҡараған слесарь, торбаларҙың подвалдан һуҙылған өсөн тауыш килеүен, бөтә сәбәп шунда булыуын, ә бүтәнсә бер нисек тә ярҙам итә алмауын белдерҙе.
Фатир хужалары артабан Роспотребнадзорға шылтыратҡан, белгестәр көндөҙ ҙә һәм төндә лә приборҙары менән уларҙы үлсәгән һәм тауыш норманан артмай тигән яуап биргән. Уның ҡарауы, йылытыу батареялары тәүлек әйләнәһенә шаулауын дауам иткән.
Халыҡ Өфө ҡалаһының Рәсәй урамы 41/3 адресына мөрәжәғәт итмәйенсә булдыра алмаған. Инженер урынға килеп тағы ла тикшерәсәге тураһында ышандырған, әммә вәғәҙә үтәлмәгән. Ҡыҫҡаһы, бүтән берәү ҙә яуап бирмәгән.
Эльвираның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул октябрь айынан алып был мәсьәлә буйынса йөрөй. Йәнә кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй.
Киҫкен мәсьәлә буйынса Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте түбәндәгесә яуап биргән.
“24 июлдә Өфө ҡалаһының Р. Зорге урамы, 37/2 адресы буйынса һеҙҙең фатирҙарҙа үҙәк йылытыу системаһында ике виброҡорамал урынлаштырҙыҡ һәм вентилдәрҙе алмаштырҙыҡ. Әгәр ҙә тағы ла торбаларҙа шаулау ишетелһә, Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығына (УЖХ) 235-25-27 (ҡабул итеү бүлмәһе) телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”, – тип яуап биргән Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәил Мирхәйҙәров.
Фото: Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте.
Читайте нас