“Өфө ҡалаһының Октябрьский районындағы 47-се гимназия менән 233-сө балалар баҡсаһы араһындағы юл танкка ҡаршы һалынған ҡаршылыҡтар кеүек. Ә унан балалар һәм йәш ата-әсәләр йөрөй. Былтыр минең мөрәжәғәткә Октябрьский район хакимиәте: “Киләһе йылда”, – тигән яуап менән ҡотолдо. Бер йыл үтте, хәрәкәт юҡ”, – тип зарланып яҙған Рәмзил Хафизов республика Башлығы Радий Хәбировтың “Инстаграм”дағы диуарына.
Был мөрәжәғәтте ”Инцидент-менеджмент” системаһы эшкәртеүгә ала. Һөҙөмтәлә, 47-се гимназия менән 233-сө балалар баҡсаһы араһындағы юлды шунда уҡ ремонтлап та ҡуялар. Хәҙер халыҡ ялтырап ятҡан юлдан рәхәтләнеп йөрөй.