Ҡалаларыбыҙ көндөҙ ҙә, төнөн дә балҡып тора. Ә бына ауылдарҙа яҡтылыҡ менән бер ни тиклем ауырлыҡтар бар. Шундай мөрәжәғәттәрҙең береһе “Инцидент-менеджмент” системаһына Көйөргәҙе районы Яңы Юл ауылынан килгән.
“Ауылдың төп урамында йүнле яҡтылыҡ юҡ. Бында йәшәгән кешеләр өсөн был ҙур ауырлыҡ килтерә, айырыуса урамдың осонда торғандарға. Ҡыш балалар мәктәп автобусына тиклем дөм ҡараңғыла барырға мәжбүр. Ә йәй көнө һуҙылған ҡулды ла күреп булмай. Ауылдың иң оҙон төп урамында ни бары ике прожектор эшләй, улар урамдың яртыһын да яҡтыртмай. Артабан – дөм ҡараңғылыҡ! Шуныһына ла иғтибар итегеҙ: яҡтылыҡ быйылғы ҡыштан алып юҡ”, – тип яҙҙы ауыл кешеләре социаль селтәрҙәрҙә.
Инцидент системаһына килеп эләккән мәсьәлә, ҡағиҙә булараҡ, хәл ителә. Был юлы ла барыһы ла ыңғай сыҡты. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов яуап бирҙе.
“31 авгусҡа ҡарата кистәрен Яңы Юл ауылында яҡты. Бында урам яҡтылығының бөтә фонарҙарын да ремонтланылар. Әгәр улар тағы ла боҙолһа, Яҡшымбәт ауылы хакимиәтенә 8(34757)65033 телефоны йәки Яҡшымбәт ауылы, Т. Аҙнабаев урамы, 1А адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Бөтәгеҙгә лә уңышлы аҙна”, - тип яҙҙы ул.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.