“Абҙаҡ - Мөхәмәт юлында биш күпер бар. Шуларҙың Үткәл йылғаһы аша һалынған ағастан эшләнгәненең торошо бик насар, еңел автомобилдә үтерлек түгел, тишелеп бөткән. Ни өсөн тигәндә, ағас тейәгән йөк машиналары, үтер өсөн башҡа урындар булһа ла, ошо күпер аша сыға. Был мәсьәләгә бер кем дә иғтибар бирмәй, күпер ремонтланмай”, - тип дәғүә белдергән система аша Белорет районы халҡы.