Инцидент
1 Сентябрь 2020, 16:15

"Яңауыл урамын яңыртырҙармы?"

- Ошо бысраҡты һөйрәп эшкә бараһың, ҡайтаһың...

Яңауыл ҡалаһынан Альбина Әхтәрова социаль селтәрҙә ҡаланың Фрунзе урамындағы юл торошона зарланып яҙған.
“Ямғырҙан һуң бынан үтеү бөтөнләй мөмкин түгел, өҫтәүенә урам бәләкәй. Ошо бысраҡты һөйрәп эшкә бараһың, ҡайтаһың. Һәр өйҙә бәләкәй балалар бар, улар ҙа ҡойо кисеп йөрөргә мәжбүр. Тирә-яҡтағы бөтә урамдарҙа ла юл әҙәмсә, тик беҙҙең Фрунзе ғына шулай. Хакимиәт ҡасандан бирле вәғәҙә биреүҙән башы сыҡмай. Туҡталыш та юл эргәһендә, уны, яңы балалар баҡсаһы ла асылғас, төҙөргә һүҙ бирҙеләр ҙә, шуның менән вәссәләм – инде йыл буйы эш урынынан ҡуҙғалмай. Ҡырсынташ килтереүен-килтерҙеләр, әммә уны түшәргә уйламайҙар, ҡасандан бирле өйөм бер урында ята”, – тип белдергән яҙма авторы.
“Инцидент-менеджмент” системаһы был мөрәжәғәтте теркәгән һәм мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйып, Яңауыл хакимиәтенә ебәргән. Ошонан һуң эштәр яйға һалынған. Башҡарылғанды барлап, яңыраҡ ҡала хакимиәте яуап ебәргән.
“Яңауыл ҡалаһындағы Якутов урамын асфальтланыҡ. Балалар баҡсаһы янындағы туҡталышты ла төҙөкләндерҙек. Ҡала автобустары тәғәйен ваҡытта йөрөй башланы. Шулай уҡ Фрунзе урамындағы юл да рәтләнде: ҡырсынташ һалынды. Бөгөнгә ҡарата был юл ҡәнәғәтләнерлек торошта”, - тиелә яуапта.
Бына бит, бәләкәс кенә урамды йүнәтеү өсөн күп ваҡыт та, көс тә кәрәкмәй. Мәсьәләгә ваҡытында иғтибар биреү генә мөһим.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Читайте нас