Быйыл апрель айында Мәләүез ҡалаһының Смоленск урамындағы 35-се йорттоң подъездарын ремонтлай башлағандар. “Эштәр коронавирус пандемияһы осоронда ла туҡтаманы. Әммә әлегә тиклем подъездар тапшырылмай. Эшселәрҙең юғалыуына бер ай ваҡыт үтеп китте”, – тип был йортта йәшәгән кешеләр социаль селтәр аша республика Башлығына мөрәжәғәт иткән.
Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Смоленск урамындағы 35-се йорттағы подъездарҙа ремонт эштәре тамамланған.
Шулай уҡ ниндәйҙер иҫкәрмәләр булған осраҡта, Мәләүез ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенә шылтыратырға кәңәш итәләр. Был етешһеҙлектәр хаҡында подряд ойошмаһына еткереләсәк. Подъездағы ремонтты 1 октябрҙә ҡабул итәсәктәр.
Фото: Мәләүез район хакимиәтенән.