Инцидент
9 Сентябрь 2020, 06:30

Ямғырҙан һуң йөрөргә саҡырабыҙ...

Нефтекама ҡалаһының Еңеү урамындағы 6-сы йортта йәшәгәндәрҙе нимә борсой?

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Ирина Ғәниева подъездары алдындағы насар юлдарҙан ялҡып республика Башлығына мөрәжәғәт иткән.
“Еңеү урамындағы 6-сы йорт янындағы юлға һәм подъездарға ҡасан ремонт эшләрҙәр? Ямғырҙан һуң йөрөргә саҡырабыҙ”, – тип яҙған Ирина Ғәниева.
Мөрәжәғәткә шул көндө үк Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән: “Еңеү урамындағы 6-сы йорт адресы буйынса юлды быйыл ремонтлау ҡаралған. Был йорттағы подъездарҙы ремонтлау 2022 йылға планлаштырылған”, – тигән яуап бирелде.
Әле мәғлүм булыуынса, Еңеү урамындағы 6-сы йорт ихатаһындағы юлды ремонтлағандар.
Фото: скриншот
Читайте нас