Инцидент
12 Сентябрь 2020, 07:30

Ай буйы ҡараңғыла...

Халыҡ был уңайһыҙлыҡҡа түҙмәй, хәбәр итергә мәжбүр булған.

Мәләүез ҡалаһының Октябрь урамындағы 14-се йорт ихатаһында дүрт аҙнанан ашыу ут янмаған. Ҡараңғыла йөрөргә мәжбүр булған, был уңайһыҙлыҡтан ялҡҡан халыҡ социаль селтәр аша ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
һөҙөмтәлә Мәләүез ҡалаһы хакимиәте был мәсьәләне шунда уҡ хәл иткән. Улар, ошондай мәсьәләләр килеп тыуһа, тиҙ арала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Билдәле булыуынса, “Инцидент менеджмент” системаһы күп һорауҙарҙың ыңғай хәл ителеүенә булышлыҡ ҡыла.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас