Белорет ҡалаһында Ағиҙел йылғаһындағы быуалағы ағас күпер 1936 йылда Белорет металлургия комбинаты тарафынан төҙөлгән. Уның аша белореттар эшкә йөрөгән. Бер аҙҙан ул ҡаланың күренекле урындарына әйләнә. Был ҡоролманы Рәсәйҙә иң оҙон ағас күпер тип тә баралар – 550 метр.
2014 йылда күпер Белорет ҡала хакимиәте балансына тапшырыла, әммә бюджетта уны хеҙмәтләндереү өсөн аҡса табылмай. 2019 йылда бер өлөшө емерелә. Ошо уҡ йылда ноябрҙә уҙғарылған эскпертиза һөҙөмтәһе буйынса, ул авария хәлендә тип таныла – терәүҙәре, яндауырҙары һәм иҙәне серегән.
Белорет халҡы күперҙе ҡаланың иҫтәлекле урыны тип иҫәпләй һәм уны һаҡлап ҡалыу маҡсатында петиция әҙерләй. Шулай уҡ 2019 йылда ноябрҙә уҙғарылған “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндереү өсөн биләмәне һайлауҙа рейтинг тауыш биреүҙә ҡала халҡы тәҡдим иткән вариант беренсе урын яулай. Икенсе урынды – ҡала пляжы биләмәһе. Рәсәй Хөкүмәтенең “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса субсидия биреү тураһында”ғы 67-се ҡарарында раҫланған тәртип буйынса рейтинг тауыш биреү протоколы һөҙөмтәһе район хакимиәте сайтында урынлаштырылмаған. Район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан әүҙем граждандарға рәсми аңлатма ла бирелмәгән.
Халыҡ һәм күпер һаҡсылары менән хакимиәт араһында бәйләнеш булмауы сәбәпле ҡала төҙөлөшөнә бәйле бәхәс килеп тыуған, был социаль селтәрҙә һәм инцидент-менеджментта билдәле булды.
2019 йылдың 20 ноябрендә һәм 4 декабрендә Ҡалаларҙы үҫтереү институты Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы менән берлектә әүҙемселәр, ҡаланың авария хеҙмәте белгестәре менән хәлде аңлатыу өсөн ике осрашыу үткәрҙе.
Һөҙөмтәлә булған күперҙе ҡотҡарыу мөмкин булмауын аңлап, уны ябырға һәм кире тергеҙергә тура килгәндә тарихи йөҙөн юғалтмаһын өсөн өлөштәрен һаҡлап ҡалыу өсөн һүтергә ҡарар ителә. Был ҡарар Белорет район хакимиәте протоколы менән теркәлә.
2019 йылдың декабрендә йәйәүлеләр күперен үлсәп, уны тергеҙеү буйынса смета төҙөлә. Йәғни күперҙе тергеҙеү өсөн 80 миллион һум аҡса талап ителеүе асыҡлана. Финанслауҙың бер нисә сығанағы ҡарала – “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы бюджеты, Республика адреслы инветиция программаһы, Моноҡалалар фонды, бюджетттан тыш сығанаҡтар.
Рәсәй Төҙөлөш министрлығы белгестәре менән кәңәшләшеү һөҙөмтәһендә “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса яңы күпер төҙөүҙе килешеү оҙайлы ваҡыт аласағы асыҡлана, сөнки был капиталь төҙөлөш буйынса эштәрҙе күҙ уңында тота, уның өсөн программа ҡаралмаған, ә программа иһә тәү сиратта төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Ошоға бәйле “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса күпер эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерергә килешәләр, ул тауыш биреүҙә икенсе урын ала. Шул уҡ ваҡытта күперҙе тергеҙеү буйынса юл картаһы билдәләнелә һәм ул 2019 йылдың 30 декабрендә уҙған “Ҡала мөхите сәғәте”ндә республика Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәтелә.
Ҡалаларҙы үҫтереү институты, Белорет район хакимиәтенән килгән ғариза буйынса, пляж биләмәһен төҙөкләндереү буйынса концепция әҙерләнә башлай. 2019 йылдың 4 декабрендә асыҡ тыңлауҙар уҙғарыла. Унда архитекторҙар урындағы халыҡ менән берлектә проектлау буйынса йәмәғәт бурысын үтәне. Быйыл 21 февралдә уҙғарылған осрашыуҙа буласаҡ пляж биләмәһе концепцияһы презентациялана. Унда халыҡ үҙенең иҫкәртеүҙәрен һәм тәҡдимдәрен индерә, улар артабан иҫәпкә алына.
Быйыл 22 февралдә күперҙең һаҡланған элементтарын һүтеп, һаҡлауға Белорет ҡала хакимиәтенә бирелә. Конструкциялар ябыҡ бинаға һалына, әле лә улар шунда һаҡлана.
Әлеге ваҡытта өйрәнеү эштәре дауам итә һәм ул быйыл көҙ тамамланасаҡ. Был эштәр бөткәс, институт күперҙе терегеҙеү һәм уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса ике сценарий әҙерләнәсәк, улар Белорет халҡына, Башҡортостан Хөкүмәтенә асыҡ тыңлауҙарға тәҡдим ителәсәк.
Әлеге ваҡытта “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса пляж биләмәһен төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара. Был эштәр 2021 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, тип белдерәләр Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институтынан.