Инцидент
15 Сентябрь 2020, 16:00

"Подъезд ҡыйығы аша һыу үтә..."

Бында йәшәгәндәр даими рәүештә капиталь ремонт өсөн түләһә лә, етешһеҙлекте бөтөрөргә ашыҡмағандар...

“Инцидент” системаһы аша көнүҙәк проблемаларҙы власть органдарына еткереп, мәсьәләне ыңғай хәл иттереүгә өлгәшкәндәр араһында баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән Любовь Шабанова ла бар.
Ул әле апрелдә үк Ирәндек урамындағы 4-се йортта икенсе подъездың ҡыйығы аша һыу үтеүе хаҡында белдергән, бында йәшәгәндәр даими рәүештә капиталь ремонт өсөн түләһә лә, етешһеҙлекте бөтөрөргә ашыҡмауҙарын хәбәр иткән.
Был мөрәжәғәткә баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән:
“7 сентябргә ҡарата Ирәндек урамындағы был йорттоң түбәһендә ремонт эштәре тамамланған. Өҫтәмә һорауҙар булһа, Ғафури, 101 адресы буйынса урынлашҡан идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә мөмкин”.
Фото: “Инцидент” системаһы.
Читайте нас