“Инцидент” системаһына Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Айрат Иманаев мөрәжәғәт иткән. Ул Комаров урамындағы 29-сы йорттан алып 45-сегә тиклемге участкаға иғтибар биреүҙе үтенгән.
Әйтеүенсә, был урамға ҡасандыр тулыһынса асфальт япма һалынған булған.
2008 йылда уның буйынса үҙәк һыу үткәргес һуҙғандар, эш барышында юл япмаһына зыян килтергәндәр.
Ҡалған асфальт өҫтөнә ҡырсынташ һипкәндәр. Һөҙөмтәлә юл соҡор-саҡыр менән ҡапланған, ә һыу үткәреү эштәрен алып барған фирма юл япмаһын, тейеш булһа ла, ипкә килтермәгән.
Ошо көндәрҙә Мәләүез районы хакимиәте башлығы белдереүенсә, Комаров урамындағы юл япмаһын тергеҙгәндәр. Хәҙер был урамда йәшәүселәр рәхәтләнеп таҙа һәм тигеҙ юлдан йөрөй.
Фото: “Инцидент” системаһы.