“Инцидент-менеджмент” системаһы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшләүен дауам итә. Ундағы ҡайһы бер мәсьәләләр хатта аптыратып та ҡуя – урында ла хәл итә алырҙар ине.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Октябрь проспектындағы 128/1-се күп фатирлы йорттоң совет рәйесе Эдуард Бикбулатов вентилде ремонтлауҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. “Йүнәтеүҙе һорайым: әллә эҫе һыу, әллә йылылыҡ вентиленән һыу аға”, – ти ул.
Әле был мәсьәлә хәл ителгән. Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, вентилде алмаштырғандар, сүп-сар камераһын да ипкә килтергәндәр.