Ғафури районы Красноусол ауылының Свердлов урамындағы туҡталышта сәйер хәлдәр булып тора икән. Аптырағас, халыҡ тағы ла социаль селтәр аша ярҙам һораған.
“Был мәсьәлә буйынса инде икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итәм. Апрелдә туҡталышты ел осорҙо. Августа, ниһайәт, уны ремонтлағайнылар. Тик сентябрҙә ҡыйығы тағы ла ҡайҙалыр юғалды. Әле ямғырҙар башланды, кешеләр ярым емерелгән ҡыйыҡлыҡлы туҡталышта торорға мәжбүр. Сара күреүегеҙҙе һорайым”, – тиелә мөрәжәғәттә.
Ғафури район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был етешһеҙлек бөтөрөлгән – Красноусол ауылы Свердлов урамындағы туҡталыштың ҡыйығын ремонтлағандар. Был юлы ул халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, тип теләйбеҙ.
Фото: Ғафури район хакимиәте.