“Инцидент-менеджмент” системаһы аша халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба, шулай быға тиклем чиновниктарҙың формаль яуабы нигеҙендә туҡтап ҡалған мәсьәләләр ҙә хәл ителә.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы 48-се күп фатирлы йортта йәшәгәндәр ҙә үҙҙәрен йылдар дауамында борсоған мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итә.
“Беҙҙең йортто төҙөгән “ВНЗМ” йәмғиәте килешеүҙә күрһәтелгән йорт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса үҙенең йөкләмәһен үтәмәй, йәғни туҡталҡа ла, юл да юҡ. Проект буйынса, инеү юлдары һәм ваҡытлыса автомобиль ҡуйыу туҡталҡаһына ике ҡатлы асфальт ҡатлам һалынырға тейеш. Йорт өс йыл элек файҙаланыуға тапшырылһа ла, төҙөүсе ойошма үҙ йөкләмәһен үтәмәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, унан иһә “төҙөүсе ойошма үҙенең йөкләмәһен үтәгән, йорт хужалары үҙ иҫәбенә йорт ихатаһына асфальт түшәтергә тейеш” тигән формаль яуап менән сикләнде, был бит урындағы хакимиәт тарафынан күрһәтелгән башбаштаҡлыҡ”, – тиелә ошо йортта йәшәгәндәрҙең мөрәжәғәтендә.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә хәл ителгән. “АК ВНЗМ” һәм С.Б. Нарсесян шәхси предприятиеһы араһында төҙөлгән подряд килешеүенә ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы 48-се күп фатирлы йорт ихатаһына асфальт ҡатлам түшәлгән.