Ҡалаларҙа балалар өсөн уйын майҙансыҡтары бик күп. Уларҙы даими рәүештә ҡуялар һәм яңыртып торалар. Ә ауылдарҙа был эш бер ни тиклем аҡһай.
Августа “Инцидент-менеджмент” системаһы ошоға бәйле бер мөрәжәғәтте тотоп ала. Лилиә Хикмәтуллина Йәрмәкәй районы Әбделкәрим ауылы халҡы исеменән мөрәжәғәт итеп, урында уйын майҙансығы мәсьәләһен хәл итеүҙе һорай. “Беҙҙә балалар күп, ә бына уларға уйнау өсөн урын юҡ”, – тип яҙа ул.
Йәрмәкәй районы хакимиәтендә был мәсьәләне 1 октябргә тиклем хәл итергә вәғәҙә бирәләр. Һөҙөмтәлә әйткәндәре үтәлә. Хәҙер Әбделкәрим балаларының уйнау өсөн үҙ майҙансығы бар. Ауылдың Туҡай урамындағы 13-сө йорт янына ҡуйылған ул.
Башҡарылған эш тураһында отчет бирелеү менән Лилиә Хикмәтуллина яуап яҙҙы: “Ҙур рәхмәт! Балалар бик шат!”
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.