Инцидент
2 Октябрь 2020, 13:10

Туҡталҡа төҙөкләндерелде

Килгән ялыуҙар ваҡытында яуаплы кешеләр тарафынан иғтибарға алына һәм, күп тә үтмәй, оҙаҡ йылдар хәл итеүҙе көткән эш башҡарыла.

“Инцидент-Менеджмент” системаһы үҙенең тәьҫирен әллә ҡасан дәлилләне. Социаль селтәрҙәргә килгән ялыуҙар ваҡытында яуаплы кешеләр тарафынан тотоп алына һәм, күп тә үтмәй, оҙаҡ йылдар хәл итеүҙе көткән эш башҡарыла.
Сираттағы күңелле яңылыҡ Туймазы районынан килде. Август урталарында Илнур Зәлилов тигән кеше үҙе йәшәгән Ленин проспекты, 19-сы йорт ихатаһында туҡталҡа булдырыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткән.
Күп тә үтмәй, мәсьәлә ыңғай хәл ителә. 30 сентябрҙә Туймазы ҡалаһы хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, был йорттоң ихатаһында эске юлдарҙағы соҡорҙар ямалған һәм машиналар ҡуйыу урыны ремонтланған. Бының фотодәлилен дә һалғандар.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.
Читайте нас