Инцидент
13 Октября 2020, 14:00

“Балалар өсөн бер ниндәй майҙансыҡ юҡ...”

Баш ҡаланың Иҫке Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр “Инцидент-менеджмент” системаһына нимә тип мөрәжәғәт иткән?

Өфөнөң Иҫке Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Светлана Никитина, бәләкәстәр менән саф һауала йөрөрлөк, улар уйнарлыҡ бер ниндәй майҙансыҡтың булмауы хаҡында яҙған.
“Шаумян урамындағы майҙансыҡ хәүефле тауҙан ғына ғибәрәт, аңлашылмаған бәүелсәктәрҙе иҫәпкә лә алмайым. 2019 йылдың 13 мартында Октябрь районы хакимиәте башлығы элекке 39-сы мәктәп биләмәһендә майҙансыҡ төҙөргә вәғәҙә иткәйне. Әммә был вәғәҙә үтәлмәне.
Хакимиәткә: “Майҙансыҡты ҡуйһындар өсөн нимә эшләргә? Ҡултамғалар йыйырғамы йәки тағы нимә эшләргә?” – тигән һорау ҙа биргәйнем.
“Бер нәмә лә кәрәкмәй”, – тип яуап бирҙеләр.
Шулай итеп, майҙансыҡ әле һаман юҡ. Балалар райондың транспорт йөрөгән ерҙәрендә уйнай. Ә элекке мәктәп биләмәһе буш тора. Был бинаны түңәрәктәр, секциялар өсөн файҙаланырға мөмкин”
Был хатҡа Өфөләге Октябрь районы хакимиәте яуап биргән. “Иҫке Сипайловола, Станиславский урамындағы 43/1–се йорт эргәһендәге тыҡрыҡта, “Реаль эштәр” программаһы буйынса балалар майҙансығын ҡуйҙыҡ”, – тигән юлдар бар.
Фото: Өфөләге Октябрь районы хакимиәте.
Читайте нас