Инцидент
16 Октябрь 2020, 16:30

Ҡаҙылған майҙан урынында – төҙөк ихата

"Йорттар эргәһен ҡаҙҙылар ҙа оноттолар. Эштәр ҡасан дауам итәсәк?” - тигән һорау бирелгәйне.

“Инцидент” системаһына Нефтекама ҡалаһынан мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Унда “Ҡаланың Парк урамындағы 6-сы, 8-се һәм 10-сы йорттар янын ҡаҙҙылар ҙа оноттолар. Эштәр ҡасан дауам итәсәк?” тигән һорау бирелә.
Был һорауға Нефтекама ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәре Рөстәм Ғабдуллин яуап бирҙе:
“Парк урамындағы 6-сы, 8-се һәм 10-сы йорттар яны “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелде, уны рәсми асыу тантанаһы 11 октябрҙә – Республика көнөндә булды”, - тиелә яуапта.
Фото: “Инцидент” системаһы.
Читайте нас