Инцидент
16 Октябрь 2020, 16:20

"Хакимиәттең бар командаһына рәхмәт!"

Илдар Мирсәйетов ҡала тротуарына бәйле етешһеҙлекте фотоға төшөрөп, "Бәйләнештә" социаль селтәренә һалғайны.

Нефтекама ҡалаһынан Илдар Мирсәйетов “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡаланың Ленин урамындағы тротуарға бәйле етешһеҙлекте фотоға төшөрөп һалғайны.
Был фактты “Инцидент” системаһы үҙ ҡарамағына алды, һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте әлеге етешһеҙлекте бөтөрөүгә бәйле хәл-торош менән “Бәйләнештә” селтәрендә таныштырып барҙы. Бына 15 октябргә ҡарата алынған яуап:
“15 октябргә ҡарата Ленин урамының таҡ һанлы йорттары яғындағы тротуар ремонтланды. Бынан тыш, инеү урындары ла йүнәтелде, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу ҡоролмалары эшләнде. Дөйөм алғанда, Ленин урамында эштәр әлегә тамамланмаған. Әлеге ваҡытта тупраҡ ташыла, ремонт урамдың йоп һанлы йорттары яғында дауам итә”, - тип яуап бирҙеләр Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән.
Ябай граждандар мөрәжәғәтенең иҫәпкә алыныуы, улар күтәргән мәсьәләләрҙең хәл ителеүе, шулай уҡ эштәр тамамланғас, халыҡтың ихлас рәхмәт әйтеүе – ҡыуаныслы күренеш. Мәҫәлән, әлеге пост аҫтына тротуар торошона бәйле һорауҙы күтәргән Илдар Мирсәйетов: “Башҡарылған эш өсөн хакимиәттең бар командаһына рәхмәт!” – тип яҙған.
Фото: “Инцидент” системаһы.
Читайте нас