Октябрьский ҡалаһының Девон урамындағы 2-се йортта йәшәгәндәр был тораҡтың, подъездарҙың һәм эргәләге юлдарҙың насар торошона зарланып, социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
"Башҡа йорттарҙы ипкә килтерҙеләр. Ә беҙҙе ремонт ситләп үтте. Юлдарҙа - соҡор өҫтөнә соҡор", - тиелә мөрәжәғәттә.
Билдәле булыуынса, халыҡтан алынған ошондай мөрәжәғәттәр "Инцидент-менеджмент" системаһы тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмай. Был мәсьәләләрҙең урында тиҙ арала хәл ителеүенә булышлыҡ ҡыла. Әлеге мөрәжәғәт буйынса Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән: "Девон урамының 2-се йорто янындағы юл ремонтланды", - тип яуап бирҙеләр.
Фото: "Инцидент-менеджмент" төркөмө.