Инцидент
16 Октябрь 2020, 14:30

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар

Иң мөһиме - хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелгән.

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Дмитрий Ғәлимов ағымдағы йылдың апрелендә ҡалала велосипедсылар өсөн юлдың булмауына зарланып “Инцидент” системаһына мөрәжәғәт итә.
Уға май айында Николо-Березовка урмансылығы биләмәһенән ошо маҡсатта 18,8 гектар ер участкаһы бүленеүе һәм проекттың октябрҙә тормошҡа ашырыласағы тураһында яуап килә.
Һәм бына Республика көнө алдынан Нефтекама халҡы ҙур ҡыуаныс кисерә. 5800 метр оҙонлоғондағы велосипедсылар өсөн юл ҡулланыуға тапшырыла. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, иң мөһиме - хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелгән: юл билдәләре ҡуйылған, туҡталыштар, велостанциялар бар, сүп-сар йәшниктәре лә хәстәрләнгән.
Фото: kzgazeta.rbsmi.ru
Читайте нас