Инцидент
20 Октябрь 2020, 16:30

“Балаларға уйнарға урын юҡ...”

“Инцидент-менеджмент” системаһы Учалы ҡалаһынан Алена Скворцованың мөрәжәғәтен теркәгән.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Учалы ҡалаһынан Алена Скворцованың балаларға уйнарға урын юҡлығына зарланған яҙыуын теркәгән.
“Горький урамындағы 7-се йорттоң ихатаһында ҡасан уйын майҙансығы булыр икән? Инде дүртенсе ай юҡ. Яңыһын тиҙерәк ҡуйырға уйламағас, ниңә иҫке майҙансыҡты һүтеп ташланылар? Башлаған эште туҡтатыуҙарына инде байтаҡ ваҡыт үтте”, – тип яҙғайны ул.
Яңыраҡ урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, әле ҡаланың “Башҡорт ихаталары” программаһына ингән Горький урамындағы 5-се һәм 7-се йорттары ихатаһында балалар майҙансығы төҙөп бөтөлгән. “Эштәр ошо йорттарҙа йәшәүселәр менән берлектә һайланған проектҡа ярашлы башҡарылды: ергә йомшаҡ резина япма түшәлде, бәүелсәктәр, таусыҡтар, тренажерҙар, ҡойма, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҡуйылды. Асфальт ябыуы яңыртылды, туҡталҡа урындары күбәйтелде”, – тиелә яуапта.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас