Инцидент
20 Октябрь 2020, 15:45

"Шул ғына юл өсөн аҡса табып булмаймы?"

Борай районының Дүсмәт ауылынан Альберт Исламов урындағы Һабантуй майҙанына илткән юлдың сифатына зарланғайны...

Борай районының Дүсмәт ауылынан Альберт Исламов социаль селтәрҙәрҙә урындағы Һабантуй майҙанына илткән юлдың сифатына зарланып яҙып сыҡты.
“Был арауыҡ ни бары 600 метр. Әммә тигеҙ асфальттан барғандан һуң ҡапыл юл өҙөлә. Һөҙөмтәлә артабан бысраҡ, күләүекле, соҡор-саҡырлы ерҙән үтергә тура килә. Шул юлды эшләп ҡуйырға аҡса табып булмаймы икән?” - тип белдерҙе ул.
Был мөрәжәғәткә Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Рушан Гәрәев былай тип яуап бирә: "Дүсмәт ауылының Рәсәй урамындағы 600 метрлыҡ юл участкаһын төҙөкләндереүҙе 10 октябрҙә тамамланыҡ. Сентябрь аҙағына юлға ҡом-таш һибелгән ине. Һауа торошо ҡамасаулағанға, 1 октябргә барлыҡ эштәрҙе тамамлап өлгөрмәнек".
Былтыр Дүсмәт ауылында ҙур төҙөкләндереү эштәре атҡарылған: асфальт түшәлгән, яҡтылыҡ үткәрелгән, тротуарҙар һалынған, ямғыр һыуы аҡһын өсөн махсус ҡоролмалар ҡуйылған. Бар эштәр ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһына ярашлы башҡарылған. Төҙөкләндереүгә 140 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.
Фото: "Инцидент-менеджмент" төркөмө.
Читайте нас