“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Октябрьский ҡалаһынан Альбина Сәхипова ҡала хакимиәте етәкселегенә түбәндәге һорау менән мөрәжәғәт итте: “Ҡаланың 20-се мәктәбе биләмәһен төҙөкләндереү ҡасан тамамланасаҡ һәм фотола билдәләнгән биләмәлә ремонт буласаҡмы?”
Был һорау “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иҫәпкә алынды һәм уға Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Александр Косаринов яуап бирҙе.
“20-се мәктәптең фотола күрһәтелгән биләмәһендә кадет кластарының күнекмәләре өсөн спорт майҙансығы төҙөргә, шулай уҡ эргәһендәге юлға асфальт түшәргә планлаштырабыҙ. Подрядсы ойошма был эштәргә 20-се мәктәп янындағы скверҙағы төҙөкләндереү эштәрен тамамлағас, яҡынса күҙаллауҙар буйынса 2021 йылда тотонасаҡ”, - тип әйтелде тәүге яуапта.
Ошо көндәрҙә был һорауға ҡағылышлы өҫтәмә яуап та бирелде. “Һеҙҙең иғтибарға 20-се мәктәп янындағы төҙөкләндерелгән скверҙың фотоһын ҡуябыҙ. Мәктәп яны биләмәһендәге спорт майҙансығына килгәндә, бындай эштәр айырым һауа шарттары булыуын талан талап итә, шуға күрә төҙөкләндереү 2021 йылға планлаштырылды”
Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.