Социаль селтәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Юлия Юткина республика Башлығы исеменә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырғайны.
“Хәйерле кис, Радий Фәрит улы! Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тимер юл аша үтеү урынына бәйле проблема менән 8 майҙа уҡ хакимиәт башлығы В.И. Куликовҡа мөрәжәғәт иткәйнем. Был хаттың эстәлеген килтерәм: “Былтырғы йылдың көҙөндә Михайлов киҫелешендә автоматик рәүештә күтәрелгән барьерҙар ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылды. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр өсөн тәғәйен юлдың асфальт япмаһы боҙолдо. Беҙ даими рәүештә ошо юл киҫелеше аша йөрөргә мәжбүрбеҙ. Фотола барыһы ла асыҡ күренә: бындай юл аша мин нисек балалар көймәһе, өлкән улым велосипед менән үтергә тейеш?”
Мөрәжәғәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов исеменән яуап алынған. “2020 йылдың 19 октябренә ҡарата Михайловка районындағы тимер юл киҫелешендә йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлға асфальт түшәлде, был биләмәләге Стәрлебаш трактына ремонт яһалды”, - тип әйтелә яуап хатында.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.