Инцидент
27 Октябрь 2020, 19:00

“Юлды быуып торалар!”

Баш ҡаланың Кольский урамында, Рәсәй һәм Новогорная урамдары араһында, айҙан ашыу машиналар үтә торған юлда кәртәләүсе бетон блоктар тороуын, уларҙың хәрәкәткә ҡамасаулауын белдергәндәр.

Бер нисә аҙна элек Интернет селтәрендәге “Инцидент-менеджмент” системаһында Алёна Верба исемле ҡатын яҙма ҡалдырған.
Ул баш ҡаланың Кольский урамында, Рәсәй һәм Новогорная урамдары араһында, айҙан ашыу машиналар үтә торған юлда кәртәләүсе бетон блоктар тороуын, уларҙың хәрәкәткә ҡамасаулауын белдергән.
Унан тыш, ҡасан юлдың ошо өлөшөндә ремонт буласағы менән ҡыҙыҡһынған, сөнки ямғырҙарҙан һуң асфальт ҡатламы һыу менән йыуылған. Юл өсөн яуаплылар был урынды ремонтлау урынына бетон блоктар менән ҡамап ҡына ҡуйған, тип яҙа автор.
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәил Мирхәйҙәров был мөрәжәғәткә яуап биргән, Рәсәй һәм Новогорная урамдары араһында, Кольский урамындағы юл участкаһын ремонтлауҙарын белдергән.
Фото: masterabetona.ru
Читайте нас