Социаль селтәрҙә Туймазы районынан Әнисә Салихова Туймазы ҡалаһының Йәштәр биҫтәһенә ҡағылышлы һорау ҡалдырғайны.
“Йәштәр биҫтәһенең 11-се, 17-се йорттары янында “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндереү эштәре ҡасан башланасаҡ?” тигән һорауҙы “Инцидент-Менеджмент” системаһы үҙ ҡарамағына алды. Ошо көндәрҙә Туймазы районы хакимиәтенән түбәндәге яуап алынды.
“Туймазы ҡалаһы хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлегенең мәғлүмәттәренә ярашлы, 2020 йылдың 29 октябренә ҡарата Йәштәр биҫтәһенең 11-се, 17-се, 18-се, 20-се, 21-се күп фатирлы йорттары ихаталарында “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә алып барылған төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Был биҫтәлә йәшәүселәрҙән ҡуйылған ҡорамалдарға һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙарын һорайбыҙ”, - тип әйтелә рәсми яуапта.
Фото: “Инцидент-Менеджмент” системаһы.