Инцидент
3 Ноябрь 2020, 12:30

"Машинала йөрөп булмай"

Мәләүез районы Айтуған ауылы халҡы юлдарҙың насар торошона зарлана. Район хакимиәте уларға яуап итеп...

Үткән айҙарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә Мәләүез районының Айтуған ауылы халҡы юлдарҙың насар торошо хаҡында хәбәр итте.
"Айтуған ауылында юлдар насар, машинала йөрөп булмай", - тиелә 9 сентябрь яҙылған мөрәжәғәтнәмәлә.
Мәләүез районы хакимиәте ауыл халҡына был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе, юлдарҙың оҙаҡ ваҡыт ремонтланмауын Мәләүез Юл-ремонт идараһы федераль һәм республика юлдарын төҙөкләндереү менән аңлатты.
"Айтуған ауылы эргәһендәге юлдарҙа ремонт эштәре тамамланды, - тип хәбәр итте октябрь аҙағында Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, - Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйем!"
Фото: Мәләүез районы хакимиәте
Читайте нас