Өфөнөң Калинин районында йәшәгән Артем Травкин исемле кеше социаль селтәрҙә Мушников урамында урынлашҡан “Байрам” магазины күтәрмәһендәге тутығып бөткән пандустар хаҡында яҙған. “Бына шундай “мөғжизәле” пандустар. Йәшәһен уңайлы мөхит. Саралар күрергә кәрәк”, тип яҙған ул. “Инцидент-менеджмент” системаһы был ялыуҙы иғтибарға алған.
Калинин районы хакимиәте оҙаҡ көттөрмәй яуап биргән. “Байрам” магазины етәкселеге тейешле саралар күреп, пандусты яңыртты, тиелгән унда. Быны фотоһүрәттә лә күрергә мөмкин.