Инцидент
3 Ноябрь 2020, 16:00

Урам һыуы ихатаға аға...

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан Дамир Тажиев, проблемаға ҡаршы көрәшеп арығас, ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәгән Дамир Тажиев проблемаға ҡаршы көрәшеп арығас, социаль селтәр аша республика Башлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
“Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы Пушкин урамында юлды ремонтланылар. 32-се "А" адресы буйынса урынлашҡан йорт тапҡырында ҡабаҡлы урын бар, уның буйлап бөтә урам һыуы шәхси секторға аға. Сара күреүегеҙҙе һорайым. Үҙ көсөбөҙ менән ҡырсынташ һалып та ҡараныҡ, тик уны ла һыу йыуҙы”, – тип яҙҙы Дамир Тажиев.
Был мөрәжәғәт эҙһеҙ үтмәне: Илеш районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәсьәлә ыңғай хәл ителгән – аҡҡан һыуҙы ситкә ебәреү эштәре атҡарылған.
Фото: скриншот.
Читайте нас