Инцидент
3 Ноябрь 2020, 20:40

Автомобилдәр тротуарҙан йөрөй...

Водителдәр тротуар буйлап китеп барған кешеләрҙе ҡысҡырып әрләргә лә тартынмай. Етмәһә, бында мәктәп урынлашҡан.

Юл хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр ваҡыт көн үҙәгендә. “Инцидент-менеджмент” системаһына ла даими рәүештә ошондай мөрәжәғәттәр килеп тора. Сираттағыһы - баш ҡаланың Калинин районынан. Уны Индира Крылова яҙған.
"Өфөлә Беренсе май урамында “Азатлыҡ” һәм “Машина эшләүселәр” туҡталыштары араһында тротуар буйлап автомобилдәр йөрөй. Таҡ яҡтан да, йоп яҡтан да. ЮХХДИ-ға, Калинин районы хакимиәтенә яҙҙым, тик проблема хәл ителмәй. Водителдәр тротуар буйлап китеп барған кешеләрҙе ҡысҡырып әрләргә лә тартынмай. Бында 111-се мәктәп урынлашҡан, тимәк, балалар күп йөрөй. Былтыр бер яҡтан бәләкәй бағаналар ҡуйып сыҡҡайнылар, тик уларҙы быйыл йылылыҡ трассаһын ремонтлаған саҡта алып ташланылар һәм кире ҡуйманылар. Нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә һуң?" – тип яҙҙы Индира Крылова.
Асыҡланыуынса, был мәсьәләне еңел генә хәл итеп булмай. Уның буйынса Калинин районы хакимиәте вәкилдәре яуап бирҙе. Баҡһаң, Беренсе май урамында бөтә тротуарҙар буйлап сикләү саралары ҡуйыу мөмкин түгел, сөнки улар кәрәк ваҡытта янғын һүндереү машиналарының йорттар янына килеүенә ҡамасаулаясаҡ.
"25-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығы директоры Александр Подцепин белдереүенсә, ҡайһы бер урындарҙа (79-сы, 89-сы, 93-сө йорттар янында) бағаналар 26 октябрҙә ҡуйылған. Туҡталыш һәм туҡталҡа ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта, ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа автоинспекцияға Беренсе май урамы тротуарҙарын контролгә алырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ебәрәбеҙ. Шулай уҡ кешеләр 235-51-11, 233-04-62, 233-27-31 телефондарына шылтырата, https://гибдд.рф/request_main интернет-ресурсына ғариза яҙа, ЮХХДИ-ға үҙаллы мөрәжәғәт итә ала. Беренсе май урамы буйлап өҫтәмә туҡталҡалар булдырыу планда юҡ. Ундай урындар ихаталарҙа бар. Бынан тыш, әлеге урамда туҡталҡа рөхсәт ителгән (йоп яҡта таҡ көндәрҙә һәм киреһенсә)", – тиелә яуапта.
Фото: Калинин районы хакимиәте.
Читайте нас