Апрель айында “Инцидент-Менеджмент” системаһына Учалыла йәшәгән Линара Зарипова мөрәжәғәт итә.
“Ҡаланың Рәсәй урамындағы 5-се һәм 3-сө ”А” һанлы йорттары бынан биш йыл элек төҙөлөп тапшырылды, әммә әлегә тиклем юл юҡ. Хакимиәт аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Беҙ батҡаҡ һәм күләүектәр аша атлап йөрөргә мәжбүрбеҙ. Ә йәйгеһен машиналар уҙып китһә, саң күтәрелә. Беҙ өсөнсө ҡатта йәшәһәк тә, саң-туҙан фатирға инә, тын алыуы ла ауыр”, - тип проблеманы хәл итеүҙәрен үтенә ул.
Линара Зарипованың мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалмаған. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов хәбәр итеүенсә, муниципаль контрактҡа ярашлы, урындағы “Дорзеленстрой” йәмғиәте Рәсәй урамының 560 метр оҙонлоҡтағы юлына асфальт түшәгән, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҙа эшләнгән.
Бынан тыш, юл ситенә һигеҙ яҡтыртҡыс лампа ҡуйылған, тейешле юл билдәләре урынлаштырылған. Был эштәрҙең барыһы ла 1 ноябргә тиклем тамамланған.