Өфө ҡалаһының Академик Королев урамы, 2/2 адресы буйынса йәшәгән Марина Мостафина социаль селтәрҙә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине.
“Һаумыһығыҙ! Беҙҙең йорттоң беренсе подъезында ғүмер иткән инвалидҡа берәйһенең ярҙамынан тыш йөрөү бик ҡыйын. 2018 йылдан алып бер нисә тапҡыр беренсе ҡатҡа яндауыр урынлаштырыу йәһәтенән “Сипайлово торлаҡ хужалығы идаралығы” идара компанияһына мөрәжәғәт иттем. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә яндауыр эшләнмәне. Беҙҙең йорттағы текә баҫҡыстан күтәрелеү инваливтарға ғына түгел, ә балаларға һәм өлкәндәргә лә ныҡ мәшәҡәт”, – тип әйтелә хатта.
Марина Мостафинаның мөрәжәғәтенә ҡарата ике яуап килгән. Тәүгеһендә Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәре Гөлфиә Ғафарова, мөрәжәғәтте иғтибарға алыуҙары хаҡында белдергән. Ә икенсе хатты ошо уҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Раил Мирхәйҙәров яҙған. “Академик Королев урамы, 2/2 адресы буйынса йорттоң беренсе ҡатында яндауыр урынлаштырылды. Бындай проблемаға тарығанығыҙ өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһенә ҡаты иҫкәртеү яһалды”, – тигән Раил Нур улы.