Инцидент
6 Ноябрь 2020, 18:30

Күпер төҙөкләндерелгән

“Шумавцов күперендә уңайлы тротуар кәрәк. Ҡайһы бер урындарҙа ҡоймалар ҙа юҡ, кешеләр берәй бәләгә тарыуы ихтимал”, - тип әйтелгән ине мөрәжәғәттә.

Өфө ҡалаһынан Артем Артемов социаль селтәрҙә баш ҡаланың Шумавцов урамы тәңгәлендәге күпергә, дөрөҫөрәге йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуар торошона ҡағылышлы яҙма ҡалдырғайны.
“Шумавцов күперендә уңайлы тротуар кәрәк. Ҡайһы бер урындарҙа ҡоймалар ҙа юҡ, кешеләр берәй бәләгә тарыуы ихтимал”, - тип әйтелгән ине мөрәжәғәттә.
Был мәсьәлә “Инцидент-Менеджмент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, уны хәл итеү йәһәтенән эштәр башҡарылған.
“Шумавцов күперендә "СУРСИС" ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ҡоймаларҙы ремонтланы, тротуарҙы тәртипкә килтерҙе”, - тип әйтелә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең яуап хатында.
Фото: “Инцидент-Менеджмент”.
Читайте нас